Венгрия ҡасаҡтар һәм мигранттар мәсьәләһе буйынса референдумға әҙер. Ул йәкшәмбе
үтә. Венгрҙар ҡасаҡтарҙы илдә урынлаштырыу хаҡындағы ЕС индергән квоталаға үҙ
мөнәсәбәтен белдерергә тейеш.
Уң венгр хөкүмәте ҡасаҡтарҙы ҡабул итеүгә ҡаршы. Контролһеҙ миграция
Венгрияға хәүеф менән янай,-тип белдерҙе плебисцитты ойоштороусы
премьер-министр Виктор Орбан. Парламенттағы үтә уңдар ҙа мигранттарға өнәмәй. Ә Германия,
Бельгия, Франциялағы теракттар утҡа май һибеү менән бер булды. Быларҙың барыһы
ла венгр мосолмандарын хафаға һала:
“Мигранттар тураһындағы был референдум - мигранттарҙан бигерәк аҫтыртын
ғына исламға ҡаршы сығыу ул,-ти Будапешттағы Даруссәләм мәсете имамы Тайсир
Сәлих.-Халыҡтың күбеһе быны тап шулай ҡабул итә лә. Мигранттарҙың күбеһе бит
мосолмандар, шулай булғас референдум мосолмандарға ҡаршы булып килеп сыға”.
Венгрҙарға үҙ мәҙәниәтен асып һалыу өсөн, мосолман общинаһы активистары
Будапешт ҡалаһында “Мосолмандар беҙҙең арала” тип аталған күрһәтмә тур
ойошторҙо.
Тимеа Наги, венгр мосолманы һөйләй:
“Үҙ илем мине ситкә
тибәрә тигән тойғо барлыҡҡа килде миндә. Мин үҙемде Венгрияның яҡшы гражданины
тип иҫәпләйем һәм шундай булып ҡалғым килә. Тик кешеләрҙең пропаганда ҡолона
әүерелеүен күргәс, үҙеңә төрлө һорауҙар бирә башлайһың.”
Үткән йыл Еврокомиссия ЕС-тың 28 иленә Италия һәм
Грецияға легаль булмаған юл килгән 160 мең мигрантты ҡабул итеүгә квоталар
индергәйне, ләкин күп илдәр был программаны үтәүҙән баш тарта. Венгриянан тыш Польша,
Чехия һәм Словакия ла мотлаҡи квоталарға ҡаршы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий