вторник, 4 октября 2016 г.

Яңы 1438 йыл менән!


2 октябрҙә, ҡояш байығас, мосолмандар яңы 1438 йылды ҡаршы алды. Һижри иҫәбе буйынса яңы йыл Мөхәррәм айының тәүге көнөндә башланды. Был көн байрам тип иҫәпләнмәһә лә, мосолмандар, мәсеттәргә йыйылып, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең Мәккәнән Мәҙинәгә һижрәт итеүе тураһында вәғәз тыңлай. Мосолман йылъяҙмаһы бит тап шул ваҡиғанан башланған һәм мосолман календары “һижри”(ғәрәпсәнән “күсеү”) календарь тип йөрөтөлә.

Календарь Ҡөрьәнгә нигеҙләнеп төҙөлгән һәм уға таянып эш итеү - һәр мосолмандың бурысы. Һижри мосолман календары нигеҙендә йыллыҡ ай циклы ята. Ул Рим папаһы Григорий XIII индергән календарҙан 11-12 көнгә ҡыҫҡараҡ. Һижри айҙары миҙгелдәргә, эш мәлдәренә бәйләнмәгән, шуға күрә яңы йыл төрлө миҙгелдә башланыуы ихтимал.

 Ҡөрьән буйынса, Мөхәррәм - хәрәм айҙарҙың береһе. Ул айҙа яманлыҡ ҡылырға, үҙеңә ҡарата ла, кешеләргә ҡарата ла насарлыҡ эшләргә ярамай.

Йылдың тәүге Мөхәррәм айы нисек үтһә, йыл да шулай үтәсәк. Был айҙағы ғибәҙәттәрҙең бәрәкәте йыл буйына етәсәк, тигән имам Ғазали. 

Мөхәррәмдә яу сабыуҙар, ҡан ҡойоуҙар, үс алыуҙар тыйыла, гонаһтарҙан тәүбә итеүҙәр, ғибәҙәттәр арта.

Бер хәҙистә әйтелә: “Мөхәррәм айында тотолған бер көн ураҙаға 30 көн ураҙа тотҡандың сауабы яҙылыр.”

Мөхәррәм айының унынсы көнө - Ғәшүрә көнө (ғәрәпсә “ғашәрә” ун тигән һүҙҙән алынған)- иң ҡәҙерле көндәрҙең береһе. Ғәшүрәлә, унан алдағы һәм унан һуңғы көндө лә индереп, мосолман өс көн ураҙа тота. Ул ураҙа мосолманды бөтә гонаһтарҙан паклай, был көндө биргән саҙаҡаның бер бөртөгө өсөн Аллаһ мосолманға Өхөд тауы ҙурлыҡ әжер-сауаптар бирер, тигән ғалимдар.

Был көндө мосолман саҙаҡа тарата, яҡындарын һөйөндөрә торған эштәр эшләй, Ҡөрьән уҡый.

Риүәйәттәрҙә әйтелә: ошо көндө Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе, Ғәрше-көрсиҙе, фәрештәләрҙе яралтҡан. Әҙәм дә, ғәләйһис-сәләм, шул көндө яратылған, Ҡиәмәт тә Ғәшүрә көнөндә буласаҡ, тиелә.

Әҙәм, ғәләйһис-сәләм, йәннәткә индерелгән, гонаһ эшләп унан ҡыуылғас, тәүбәләре лә Ғәшүрә көнөндә ҡабул ителгән, ярлыҡау алған, тиелә.

Пәйғәмбәрҙәр тарихы менән бәйләнешле тағы ла бик күп ваҡиғалар Ғәшүрә көнөндә булған: туфандан һуң Нух пәйғәмбәрҙең кәмәһе тауға килеп туҡтаған; Ибраһим, ғәләйһис-сәләм, тыуған, Ғәшүрә көндәренең береһендә ул Нәмруд батша утынан ҡотолоп ҡалған. Ошо көндө Иҙрис, Ғайса пәйғәмбәрҙәр күккә ашҡан; Мусаның, ғәләйһис-сәләм, ҡәүеме Фирғәүен эҙәрлекләүенән ҡасып ҡотолған, Фирғәүен һыуға батып үлгән. Шул көндө Юныс пәйғәмбәр балыҡ ҡарынынан ҡотолған, Әйүп пәйғәмбәр ауырыуҙарына шифа тапҡан һ.б.

Яңы йыл мөбәрәк булһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!




Комментариев нет:

Отправить комментарий