среда, 5 октября 2016 г.

Мэттью ғәрәсәте: Гаити һәм Доминикана республикаһында кешеләр һәләк булған.


Кубаның көнсығышы буйлап ҡеүәтле Мэттью ғәрәсәте үткән. Ауған ағастар, өҙөлгән электр тапшырыу линиялары һәм автомобиль хәрәкәте - Баракоа һәм Гуантанамо ҡалалары районындағы стихия эҙемтәләре шундай.

5 метрлыҡ тулҡындар арҡаһында, яр буйҙарының ҡайһы бер урындарын һыу баҫҡан. Властар хәүефле ерҙән миллионға яҡын кешене эвакуациялаған, һәм, алынған мәғлүмәттәр буйынса, Кубала һәләк булыусылар юҡ.

Ғәрәсәт алдараҡ үткән Доминикана республикаһында хәлдәр ҡатмарлыраҡ. Бында 4 кеше һәләк булған. Йөҙҙәрсә йорт зыян күргән. Иң юғары “ҡыҙыл” хәүефлек кимәле иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, властар халыҡтың барыһын да эвакуациялай алмаған.


Күрше Гаитиҙа 9 кеше һәләк булған. Был дәүләттең 5 ҡалаһы тулыһынса һыу аҫтында ҡалған. Иҡтисади зыян миллиондарса доллар менән иҫәпләнә. 2010 йылдағы ер тетрәүҙән аяҡҡа баҫып та өлгөрмәгән ил өсөн был бигерәк тә ауыр хәл.

Комментариев нет:

Отправить комментарий