четверг, 6 октября 2016 г.

Израилдең Хәрби һауа көстәре ҡатын-ҡыҙҙар карабын ҡулға төшөргән.


Израилдең Хәрби һауа көстәре Газа секторы ярҙары буйында фәләстиндар яҡлы ҡатын-ҡыҙҙар экипажынан торған “Зәйтүнә” карабын ҡулға төшөргән.

13 ҡатын-ҡыҙ араһында - бер нисә парламентарий, Олимпия спортсмены, отставкалағы АҠШ армияһы полковнигы һәм Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты Мейрид Магуайр.

“Зәйтүнә” 14 сентябрҙә Барселонанан сыҡҡан һәм Газаның диңгеҙ блокадаһын өҙөргә ниәтләгән.

Судноны Израиль спецназы баҫып алған һәм Ашдод портына алып килгән.

Израиль киң мәғлүмәт саралары хәбәре буйынса, бортта гуманитар йөк булмаған, сәйәхәттең маҡсаты - йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү.

-Израиль Хәрби һауа көстәре халыҡ-ара һыуҙарҙа Нидерланд флагы аҫтындағы гуманитар йөк тейәлгән карапты туҡтатҡан - был террор һәм пиратлыҡ акты, халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы боҙоу, 13 сит ил активисына ҡарата Израилдең  хәрби енәйәте. Беҙ әле уларҙың хәлен белмәйбеҙ, сөнки Израиль флоты операцияһынан һуң, бәйләнеште юғалттыҡ,-ти Газы активисы.

Шаршамбы көн Израиль Хәрби һауа көстәре Газа секторындағы ХАМАС позицияларына һөжүм яһаған. Ниндәй объекттарҙың сәпкә алыныуы тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ.

Израиль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, идара ителмәгән ракета Сдерота кварталында, мәктәпкә яҡын ғына шартлаған. Зыян күреүселәр юҡ, өс кешегә психолог ярҙамы талап ителгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий