четверг, 6 октября 2016 г.

Италия: мигранттар ағымы - ике көн эсендә 11 мең кеше.


 Ике көн эсендә Сицилия боғаҙында Ливия ярҙарынан Европаға юл тотҡан 11 мең законһыҙ мигрант ҡотҡарылған.

Италия яр буйы һағы хәбәр итеүенсә, дүшәмбе 6 меңдән ашыу кеще ҡотҡарлыһа, шишәмбе - 4,5 меңдән ашыу.

Шишәмбе көндө генә Италия яр буйы һағы, хәрби-диңгеҙ көстәре. Европаның “Фронтекс” агенствоһы һәм бер сауҙа карабы тарафынан 33 ҡотҡарыу операцияһы уҙғарылған.

Шул уҡ көндө уҡ һәләк булған 28 кешенең мәйете табылған. Кәмәләрҙең береһендә 4 бала донъяға килгән, хәҙер улар имен-аман.

Ҡотҡарылған легаль булмаған мигранттар Италияның көньяҡ порттарына килтерелә һәм ваҡытлы ҡабул итеү үҙәктәренә урынлаштырыла. Властар уларҙың һыйыныу һорап яҙған ғаризаларын ҡарағансы, улар шунда буласаҡ. Эфиопия, Эритрея, Ливия аша килгән Африка илдәре мигранттарының яртыһынан әҙерәге генә ҡасаҡ статусы ала. Йыл башынан алып диңгеҙ юлы менән Италияға 150 меңдән ашыу мигрант килгән.





Комментариев нет:

Отправить комментарий