пятница, 7 октября 2016 г.

Флоридала ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән.


АҠШ президенты Барак Обама Флоридала ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итте - был штатҡа 12 йыл эсендәге иң көслө “Мэттью” ғәрәсәте яҡынлаша. Яҡын сәғәттәрҙә үк уның һөжүме көтөлә.

АҠШ властары, һалынған зыян көтөлгәндән күберәк буласаҡ, тип иҫәпләй. Прогноз буйынса, “Мэттью” артабан төньяҡҡа юл тотасаҡ һәм Джорджияға, Көньяҡ һәм Төньяҡ Каролинаға һуғыласаҡ.

Яр буйы халҡын кисекмәҫтән эвакуацияланырға өндәйҙәр.

-Әгәр һеҙ беҙҙе ишетһәгеҙ һәм эвакуация зонаһында йәшәһәгеҙ, хәҙер үк йорттарығыҙҙы ҡалдырып, хәүефһеҙ урындарға юл тотоғоҙ. Эвакуация зонаһында булһағыҙ, хәҙер үк китегеҙ. Ваҡытты әрәм итмәгеҙ. Һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды. Стихия беҙгә һөжүм итәсәк йәки эргәнән генә, яр буйынан үтәсәк, ғәрәсәт көсөндәге ел иҫәсәк.

АҠШ-тың көньяҡ-көнсығышында транспорт тығындары көтөлә: меңдәрсә автомобиль хужаһы яр буйҙарын ҡалдырып китә, авиакомпаниялар рейстарҙы туҡтата, тимер юл бәйләнеше өҙөлөүе хаҡында ла һүҙ бара.

Ғәрәсәт еленең көсө - сәғәтенә 220 км, был иһә биш хәүефлелек категорияһының дүртенсеһенә тура килә.

Куба, Гаити, Доминикана кеүек бер нисә Кариб дәүләте, шулай уҡ Багам утрауҙары “Мэттью” һөжүменә дусар булды ла инде.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Гаитиҙа 136 кеше һәләк булған.
5 ҡала тулыһынса һыу аҫтында ҡалған, йөҙҙәрсә йорт, күп кенә юлдар һәм күперҙәр емерелгән, ауыл хужалығы ерҙәре һыу аҫтында ҡалған. Донъяның иң ярлы иле иҡтисадына етди зыян һалынған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий