“Яңы гәзит” күҙәтеүсеһе Анна Политковскаяның
үлтерелеүенә 10 йыл булды. Мәскәүҙәге редакция бинаһы алдында журналисты
хәтерләү акцияһы үтте. “Яңы гәзит” баҫма хеҙмәткәрҙәре “видеопикеты” менән
ролик сығарҙы. “Заказсы табылманы”- улар ҡулындағы йыш ҡабатланған плакат.
Политковскаяны үҙ йорто подъезында терәп тигәндәй атып китәләр.
Галина Михалева, “Яблоко”: “ул үлгәндән бирле, 700
журналисҡа һөжүм яһалды, шуларҙың 57-һе һәләк булды. Был Рәсәйҙең
фажиғәһе...халыҡҡа хаҡты еткерергә тейешле кешеләр туҡмала, үлтереш ҡорбандары
була. Ул эштәрҙең осон да таба алмайҙар.”
Ике йыл элек был енәйәткә барыусылар һәм уны
ойоштороусылар төрмәгә ултыртылды. Ә
уларҙың заказ биреүселәре табылманы, Левада-Үҙәк үткәргән һорашыуҙар буйынса,
рәсәйлеләрҙең яртыһынан күберәге уларҙың табылыуына ышанмай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий