суббота, 8 октября 2016 г.

Баш күтәреүҙән һуң: Төркиә судтары апелляциялар менән тулған.


15 июль баш күтәреүе менән бәйле ҡулға алыуҙарға, эҙәрлекләүҙәргә дәғүә белдереп, Төркиә судтарына 70 000 апелляция бирелгән. Был турала илдең премьер-министры Бинали Йылдырым хәбәр итте һәм һәр эш ентекле тикшерәләсәк тип вәғәҙә бирҙе, тик быларға ваҡыт талап ителә, тип тә өҫтәне.

Масштаблы репрессиялар Төркиә йәмәғәтселеге тормошоноң бер генә өлкәһен дә аямаған. Илдең махсус хеҙмәттәре президент Рәжәп Тайип Эрдлган баш күтәреүҙе ойошторған тип ғәйепләгән АҠШ-та йәшәүсе Фәтхуллаһ Гюлен яҡлыларҙы эҙәрлекләү менән мәшғүл булды. Төрөк властары йома көн Гюлен менән бәйле йәнә 120 кеше ҡулға алыуы тураһында иғлан итте.

Рәсми версия буйынса, дәүләт түңкәрелешен төрөк офицерҙары һәм һалдаттары ойошторорға маташҡан. Стамбул һәм Анкаралағы бәрелештәр ваҡытында 250 кеше һәләк булған, 2 меңдән ашыуы яраланған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий