суббота, 8 октября 2016 г.

Италия: йәштәр йәнә мәғариф реформаһына ҡаршы сыға.


Властарҙың мәғариф өлкәһендәге сәйәсәтенә ҡаршылыҡ йөҙөнән Италияның тиҫтәләрсә ҡалаһы урамдарына меңдәрсә студент сыҡты. Ошо йылдың йәйендә премьер Маттео Ренциҙың “Яҡшы мәктәп проекты оҙайлы бәхәстәрҙән һуң ҡабул ителгәйне. Йәштәр реформаны ғәҙел түгел тип иҫәпләй, сөнки уның асылы дәүләттең белем биреүгә сығымдарын кәметеүгә ҡайтып ҡала.

“Был демонстрация беҙҙең хөкүмәтебеҙгә һәм Европаға мөрәжәғәт,-ти акцияла ҡатнашыусы.-Европа сәйәсәте йылдары һәм Ренция кабинетының юл ҡуйыуы Италиялағы мәғариф системаһын юҡҡа сығарҙы һәм дискриминацияға алып килде. Һүҙ төрлө социаль өлкә вәкилдәренең берҙәй мөмкинлеккә эйә була алмауы хаҡында бара, бөтә студенттар өсөн дә бер үк шарттар юҡ, кеҫәләрҙең һәлмәклеге төп урында тора.”

Уҡыу әсбаптарының хаҡтары, уҡыу йорттарының көрсөк хәлендә булыуы ла йәштәрҙең асыуын ҡабарта.

Демонстрациялар Италияның 70 ҡалаһында үтте. Баш ҡалала акцияла ҡатнашыусылар полиция менән бәрелешеп тә алды. Йәштәрҙең бер төркөмө, маршруттан тайпылып, парламент бинаһына табан йүнәлгәс, тәртип һағындағылар менән улар араһында бәрелеш башланды. Артабан акция илдең мәғариф бираһы алдында тыныс ҡына тамамланды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий