воскресенье, 9 октября 2016 г.

“Мэттью” ғәрәсәтенән һуң – ваба.


“Мэттью” ғәрәсәтенән һуң, Гаитиға хәҙер ваба киҙеүе янай. Илдең көньяҡ һәм көнбайыш райондарында был ауырыуҙан 17 кеше һәләк булған да инде. Урындағы властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, сир ташҡын һыуҙарҙың йыуынты һыуҙар менән ҡушылыуы арҡаһында таралып киткән.

Байтаҡ төбәктәрҙең бүленеп ҡалыуы, автомобиль йәки мотоцикл менән үтеп булмауы ла хәлде ҡатмарландыра, өҫтәүенә врачтар, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм эсәр һыуҙың етешмәүе лә хәлде ҡатмарландыра. Илдең һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡ-ара йәмәғәтселектән гуманитар ярҙам ебәреүҙе һорай.

“Ғәрәсәт арҡаһында бик күп кеше һәләк булды. Кисә минең регионда 438 кешенең үлеүе асыҡланды. Тән йәрәхәттәре алыусылар күп. 25 кеше ваба менән ауырып китте. Хәлдәр ҡот осҡос,”-ти Гаити парламенты депутаты Бернуа Жан Герье.

Ҡыҙыл Тәре, ауырыуҙың таралыуына сик ҡуйыу өсөн, 7 миллион доллар бүлгән дә инде.

6 йыл элек тә Гаити шундай уҡ ауырлыҡтарҙы кисергәйне - ҡеүәтле ер тетрәүҙән һуң, ваба киҙеүе таралып киткәйне. Ул 4,5 мең кешенең ғүмерен өҙгән, 230 мең кеше сир йоҡторған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий