понедельник, 10 октября 2016 г.

Венгрия: халыҡ оппозиция гәзитенең ябылыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.


Илдәге иң ҙур оппозиция гәзите “Непсабадшаг”тың ябылыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, шәмбе көн 2 мең самаһы кеше парламент бинаһы алдындағы майҙанға йыйылды. “Азат ил - азат мәғлүмәт саралары,”- тип һөрәнләне улар.

Бынан алда шул уҡ көндө гәзит хужаһы булған Австриялағы медиахолдинг тираждың кәмеүе һәм 17 миллион евро күләмендәге сығымдар арҡаһында ябылыуы тураһында хәбәр иткәйне.

“Непсабадшаг” хеҙмәткәрҙәре өсөн был көтөлмәгән хәбәр булды:

“Бындай гәзиттәр бөтә Европаға кәрәк, бигерәк тә Венгрияға. Мин был мәсьәлә өҫтөндә эшләйем, баҫма етәкселәре менән һөйләшеүҙәр алып барам,”-ти шеф-редактор Андраш Мураньи.

Сарала ҡатнашыусыларҙың фекеренсә,  оппозициялағы һул гәзиттең ябылыуы Венгрия уң үҙәк етәкселеген тәнҡитләгән мәҡәләләр менән бәйле булыуы ихтимал.

Митингыла ҡатнашыусылар һөйләй:

“Һуңғы йылдарҙа беҙ күп тапҡырҙар һүҙ азатлығын юҡҡа сығарыуҙың, байтаҡ медиаресурстарҙы бөтөрөүҙең шаһиты булдыҡ, әммә быныһы инде хаттин ашыу.”

“Көпә-көндөҙ гәзитте юҡҡа сығарыу шыма ғына үтеп китергә тейеш түгел.”

“Гәзит журналистарына офистарының күсеүе һәм йәкшәмбе көн эш дауам итеүе хаҡында белдергәндәр. Тик улар хәҙер эшләү-эшләмәүҙәрен, эшләһәләр, ниндәй шарттар ҡуйыласағын да белмәйҙәр,”-ти Будапешт ҡалаһынан “Евроньюс” хәбәрсеһе Андреа Хаягош.



Комментариев нет:

Отправить комментарий