среда, 12 октября 2016 г.

Афинала бәлиғ булмаған ҡасаҡтар өсөн үҙәк асылды.


Афина янындағы ҡасабала бәлиғ булмаған мигранттар өсөн үҙәк асылды, ул 100 баланы ҡабул итә аласаҡ. Әлегә бында 10-14 йәшлек 13 малай. Улар Грецияға ата-әсәһеҙ килгән һәм байтаҡ ваҡыт ҡасаҡтар лагерында, полиция участкаларында бик үк еңел булмаған шарттарҙа көн күргән.

“Иран һәм Төркиә сигендә бик ҡыйын булды,-тип һөйләй Афғанстандан 14 йәшлек Мөхәммәт.-Сикте үткәс, еңелерәк булды. Аҙаҡ мин Лесбос утрауына килдем. Лесбос лагерында беҙ зинданда йәшәгән кеүек булдыҡ. Беҙгә бер нәмә менән шөғөлләнергә лә рөхсәт итмәнеләр, барыһы ла асыулы ине, үҙебеҙҙе ситлектә көн иткәндәй тойҙоҡ.”

Греция властары хөкүмәттеке булмаған гуманитар ойошмалар ярҙамында 2200 бәлиғ булмаған ҡасаҡ өсөн үҙәктәр асырға ниәтләй. Төп маҡсат – бала-сағаны балалар менән һатыу итеүсе енәйәтсел төркөмдәрҙән ҡурсалау.

 “Күп эштәр атҡарырға тейешлегебеҙҙе беләбеҙ,-ти миграция эштәре министры Яннис Музалас.-Беҙ тырышабыҙ. Көтөлгән һөҙөмтәгә ҡасан ирешеүебеҙҙе белмәйем, мәсьәләне хәл итәһе бар, тик, уйлауымса, уңышҡа ирешербеҙ. Әлбиттә, объектив шарттар арҡаһында планлаштырған эштәребеҙ оҙаҡҡараҡ һуҙылыуы ла ихтимал.”

Радикаль кәйефле ҡайһы берәүҙәрҙең ҡаршылығына ҡарамаҫтан, властар мигрант балаларҙың мәктәпкә йөрөргә тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә ала. Һуңғы йылдарҙа Грецияға 60 меңдән ашыу мигрант килгән. Башлыса Сүриә, Афғанстан, Ирактан булған был мигранттар, Көнбайыш Европаға юлдар ябылыу арҡаһында, бында тороп ҡалған.

“Илгә өлкәндәрҙән башҡа килгән бәлиғ булмаған мигранттар мәсьәләһен хәл итеү өсөн, ҙур тырышлыҡ кәрәк буласағын грек властары таный. Ниcек кенә булмаһын, дәүләт тә, хөкүмәттеке булмаған ойошмаларҙан уларҙың партнерҙары ла балалар тиҫтерҙәре һымаҡ йәшәй алырлыҡ үҙәктәр кәрәклеген аңлай”, -ти Афиналағы Euronews хәбәрсеһе Акис Тацис.



Комментариев нет:

Отправить комментарий