Рәсәй-Төркиә мөнәсәбәттәрен яйға һалыу, энергетика
өлкәһендә мөһим килешеүҙәр төҙөү, шулай уҡ халыҡ-ара мөнәсәбәттәр – былар президенттар
Владимир Путин һәм Тайип Эрдоган осрашыуында төп иғтибар үҙәгендә булған мәсьәләләр.
Рәсәй лидеры Стамбулға дүшәмбе көн килде һәм Донъя энергетикаһы конгресының
махсус сессияһында ҡатнашты.
Төп яңылыҡ - Мәскәү 2014 йылда баш тартҡан “Көньяҡ ағым” газ
үткәргесе проектына альтернатива рәүешендәге “Төрөк ағымы” газ үткәргесен төҙөү
хаҡындағы хөкүмәт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыу.
Төркиә һәм Рәсәй араһында Сүриә конфликты буйынса фекер
айырымлыҡтары һаҡланһа ла лидерҙар хәлде тыныс юл менән яйға һалыу яғында.
“Беҙ Сүриәләге төрөк хәрби операцияһы хаҡында
һөйләштек,-ти Эрдоган,- хеҙмәттәшлек тураһында һүҙ алып барҙыҡ, тәү сиратта
Алеппо халҡына ярҙам, был регионда тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн хеҙмәттәшлек һәм
стратегия алымдары хаҡында фекер алыштыҡ.”
“Беҙҙең уртаҡ позициябыҙ бар: Алеппоға гуманитар йөктө
алып барып еткереү өсөн, барыһын да эшләргә кәрәк. Гуманитар колонналарға һөжүм
кеүек провокациялар ҡабатланмаҫҡа тейеш, йөктәрҙе имен-аман алып барып еткереү
мәсьәләһен хәл итәһе бар,”-тине Рәсәй президенты.
Был осрашыу бер йыл элек Рәсәй истребителен бәреп
төшөрөүҙән һуң боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн дә мөһим ине. Төрөк ауыл
хужалығы продукттарын Рәсәйгә индереүгә тыйыуҙы алыу, хәрби, мәҙәниәт һәм
мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлек башлау ниәттәре лә алға китеш булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий