четверг, 13 октября 2016 г.

Француз ҡалаһы мэры мигранттарға ла, Парижға ла ҡаршы сыға.


 Улар инде бында - мигранттар беҙҙең ҡала үҙәгендә!”- ошондай реклама плакаттары француздарҙың Безье ҡалаһы мэры Робер Менар ҡушыуы буйынса ҡала урамдарына йәбештерелеп сыҡҡан. Үтә уң Милли фронт ағзаһы был кампанияны Париждан Кале “джунгли”-лагерының йәнә 40 мигрантын урынлаштырыу тураһында фарман алғас башлап ебәргән. Инициатива күптәрҙең асыуын ҡабарта.

“Ҡаламдағы ҡайһы бер мәктәптәрҙә мигрант балалары уҡыусыларҙың өстән ике өлөшөн тәшкил итеүен күреп, мин ғәфү үтенәм, әммә түҙемлек бөттө, толерантлыҡҡа урын ҡалманы.”
“Ҡалам минең өсөн тәүге урында,”-ти Менар.

Безьела йәмғеһе 170 мигрант урынлаштырылырға тейеш. Мэр элек тә, мигранттар адресына, “үҙ халыҡтарын яҡлай алмаған” әлеге француз һәм Европа властарына асыҡтан-асыҡ кире ҡарашын еткереп, яңылыҡтар геройына әйләнә торғайны.

“Был ҡала образына тап төшөрөү, Безьены һәм Безьела йәшәүсе бөтә халыҡты таплау, ә бит барса иммигранттарҙы ла бер сыбыҡтан һөргән бындай сәйәсәт менән һәммәһе лә риза түгел. Ысынбарлыҡҡа тап килмәй ул, сөнки Безьеның Сүриәлә туғандаш ҡалаһы - христиандар ҡалаһы(Маалула) бар. Шуға күрә былар аптырашҡа һала,”-ти бер ир.

Безьеның күп кенә кешеләре мэрҙы расизмда ғәйепләп сыҡты һәм, судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн, 36 мең ҡултамға йыйҙы, халыҡ афишаларҙы алдыртыуҙы, муниципаль властарға яза биреүҙе талап итә.

Безье урамдарында мигранттарға ҡаршы кампания буйынса регион полицияһы тикшереү башланы. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: 2014 йылғы һайлау ваҡытында мэр Менар өсөн ҡала халҡының 45 проценты тауыш бирҙе.

Бынан алда француз властары, Калелағы “джунгли”-лагерын ябып, Британияға юлланырға ниәтләгән легаль булмаған мигранттарҙы бөтә илдәге үҙәктәргә таратып урынлаштырырға ҡарар иткәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий