пятница, 14 октября 2016 г.

Бәлиғ булмағандар “джунгли”ҙан Британияға юл тота.


Бәлиғ булмаған 6 ҡасаҡ Кале янындағы “джунгли”ҙан Британияға юл тотасаҡ.

Ике ил араһындағы килешеүгә ярашлы улар беренселәрҙән булып Британияға китәсәк. Килешеү Британияла туғандары булған балалар һәм үҫмерҙәргә ҡағыла. Лагерҙа ундайҙар бер нисә йөҙ.

-Лондонда минең ғаиләм, апайым, шунда юл тоторға кәрәк. Беҙҙең башҡа варианттарыбыҙ юҡ, Францияла ла, Германияла ла йәшәй алмайбыҙ,-ти үҫмерҙәрҙең береһе.

“Джунгли”ҙа бәлиғ булмағандар меңгә яҡын, ҡайһы берҙәре бында тең бер үҙе.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл Тәре, туғандарҙың берләшеүенә махсус рәүештә кәртә ҡуя тип, Британия властарын ғәйепләй.

Ике аҙна элек Калела булған Франция президенты Франсуа Олланд йыл аҙағына ҡәҙәр “джунгли”ҙы юҡ итергә һүҙ бирҙе.

Лагерҙа, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, сығыштары менән Сүриә, Ирак, Афғанстандан булған 10 мең самаһы кеше бар. Һәммәһе лә Британияға китергә ашҡына, шуға күрә бында хәлдәр уғата көсөргәнешле: мигранттар Ла-Манш аҫтындағы ҡаты һаҡланған туннелгә үтеп инергә маташа йәки, водителдәргә йыш ҡына янап, үткенсе машиналарҙы туҡтата.


Комментариев нет:

Отправить комментарий