пятница, 14 октября 2016 г.

Афина: бөтә Евроберләшмә хакерҙарҙы аулай.


Танкыларһыҙ, самолеттарһыҙ, әммә масштаблыраҡ күнегеүҙәр: Евроберләшмәнең өс йөҙҙән ашыу хөкүмәт, финанс, көс ведомстволары киберһөжүмде кире ҡағыуҙы имитациялай.

Белгестәр бер үк мәлдә төрлө илдәрҙә эшләй, ә штабтары - Афинала.
Хакер һөжүме уйындарының аныҡ параметрҙары йәшереп тотола. Шуныһы ғына билдәле: бер нисә ай әҙерләнгән ҙур һөжүм имитациялана.

-Киберһөжүмдәр - реаль нәмә. Банк иҫәптәрен дә, шәхси мәғлүмәттәрҙе лә урлайҙар - быларҙы беҙ матбуғатта күрәбеҙ. Һалым селтәрҙәренә һөжүмде лә күрҙек, 8-10 йыл элек Грузия һәм Эстонияла сәйәси һөжүмдәрҙе лә. Хәҙер иһә беҙ оборона тоторға әҙерләнәбеҙ,-ти ЕС-тың Селтәр һәм мәғлүмәт именлеге агенствоһы башҡарма директоры Удо Хелмбрехт.

Әлбиттә, селтәр киңлегендә именлекте тәьмин итеүгә һәр илдең үҙ алымдары бар. Күнегеүҙәрҙең бер бурысы иһә – берҙәм схема буйынса эш итергә өйрәнеү:

-Бюджетты һәм штатты мотлаҡи арттырыу кәрәк, ЕС илдәренән беҙ шул турала һорайбыҙ, сөнки беҙҙең шөғөл – Европаны тиҙ арала алдыбыҙға килеп баҫыуы ихтимал булған нәмәләргә әҙерләү,-тип хәбәр итте Агенствоның администрация башлығы Пауло Эмфадинас.

Афинанан хәбәрсебеҙ Акис Тацис бына нимә тип һөйләй:

-Европа киберенәйәттәргә ҡаршы ҡалҡан әҙерләй. Меңдән ашыу кеше Афинала һәм бөтә ҡитғала киберһөжүмдәрҙе кире ҡағырға йыйына. Улар йәһәт кенә ҡаршы тороуҙы, белем һәм нәтижәле хеҙмәттәшлек талап иткән процесты имитациялай.




Комментариев нет:

Отправить комментарий