БМО-ның Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре
буйынса агенствоһы (ЮНЕСКО) Израилде мосолмандарға Әл-Аҡса мәсете булған
Ғибәҙәтхана тауына күтәрелеү мөмкинлеген тәьмин итергә саҡырҙы.
Израиль властарының,
үҙҙәренең фекере буйынса, резолюцияла сағылыш тапҡан бер яҡлы позиция асыуын
ҡабартты. Израиль премьеры Биньямин Нетаньяху раҫлауынса, резолюция тексында
Ғибәҙәтхана тауының ғәрәпсә атамаһы ғына бирелгән.
“ЮНЕСКО-ла абсурд театры дауам итә, бөгөн туҙға яҙмаған
сираттағы ҡарар ҡабул ителде, Израиль халҡының Ғибәҙәтхана тауы менән дә,
Һыҡтау стенаһы менән дә уртаҡлығы юҡ тимәкселәр”.
ЮНЕСКО резолюцияһы
24 тауыш менән яҡланған, 6 ил ҡаршы сыҡҡан, 26-һы тауыш бирмәгән. ЮНЕСКО-лағы
фәләстин вәкиле былай тип белдерҙе:
”Израиль
резолюцияны шундай итеп күрһәтергә тырыша: әйтерһең, фәләстиндар һәм ғөмүмән ғәрәп
донъяһы йәһүд халҡы өсөн Иерусалимдың боронғо өлөшөнөң тарихи әһәмиәтен инҡар
итә. Әммә резолюция тексының өсөнсө абзацында был урындың донъяның өс
монотеистик дине өсөн әһәмиәтле булыуы тураһында һүҙ бара. ”
Ғибәҙәтхана тауы
һәм унда урынлашҡан әл-Аҡса мәсете 1967 йылдағы 6 көнлөк һуғыш һөҙөмтәһендә
Израиль оккупациялаған территорияларҙың бер өлөшөнә әүерелгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий