Руанда баш ҡалаһы Кигалиҙа озон
ҡатламын емереүсе матдәләр хаҡындағы
Монреаль протоколына ҡул ҡуйған 140-тан ашыу дәүләт вәкиле парник газдарын, айырым алғанда гидрофторуглеродты
етештереүҙе сикләү тураһында килеште. Башлыса һыуытҡыс ҡорамалдарында
ҡулланылған был газ озон ҡатламы өсөн углекислый газға ҡарағанда ла
ҡурҡынысыраҡ.
“Беҙ быны эшләй
алдыҡ, маҡсатыбыҙға ирештек! Был тарихи килешеү, Париждағы климат килешеүенән һуң
һәм Марракешеҙағы осрашыу алдынан климаттың үҙгәреүенә тәьҫир итеү
мөмкинлектәрен ул арттырасаҡ,”-ти Идара итеү һәм оҙайлы үҫеш институты
директоры Дарвуд Зелке.
Тәүгеләрҙән булып 2019 йылда атмосфераны бысратыуҙа
донъяла икенсе урында торған АҠШ
сикләүҙәр индерәсәк. 2024 йылда планетаны бысратыуҙа лидер булып килгән Ҡытай
ҙа саралар күрә башлаясаҡ.
Илдәр глобаль йылыныуҙы Цельсий буйынса ярты градусҡа
кәметеп булыр тип өмөтләнә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий