воскресенье, 16 октября 2016 г.

Сиктәрҙе “биккә”, ә баҙар уртаҡ: “брексит” тирәләй һүҙ ҡуйыртыу.


 “Брексит” барышында Британия ЕС менән сауҙа бәйләнештәрен һаҡлап ҡалырға ниәтләй, әммә сиктәрҙе биктә тоторға иҫәбе - Даунинг стрит позицияһы шундай.

Ял көндәрендә Евроберләшмәнең “брекситбуйынса фекерен француз президенты Франсуа Олланд та, немец канцлеры Ангела Меркель дә әйтеп ишеттерҙе. Олланд Европа буйлап иркен йөрөү принцибын хәтергә төшөрҙө:

Британия халҡының фекеренә ҡолаҡ һалмау ҙа, Евроберләшмәнең төп принцибынан баш тартыу ҙа хата булыр ине тип уйлайым. “Брексит” буйынса һөйләшеүҙәрҙе тамамларға кәрәк, тик Европа буйлап иркен йөрөү һәм йәшәү урынын һайлау принциптарын һаҡлау зарур.”

Шул уҡ ваҡытта Британия премьеры Тереза Мэй илдең ЕС-тан сығыу процесын “ҡаты” һәм “компромисһыҙ” тип атаны: Лондон үҙ сиктәренең бикле булыуын теләй һәм, әгәр Брюссель менән бер нисек тә килешеп булмаһа, дөйөм баҙарҙа ҡатнашыуҙан баш тарта.

Шотландия премьеры Никола Старджен иһә йәнә ЕС-та ҡалырға теләүҙәрен раҫланы:

Дуҫтар, Вестминстер хөкүмәте һәм Шотландия кабинеты араһында айырма шунда: улар Европа маргиналдары булырға теләй, ә беҙ Европа йөрәгендә ҡалырға теләйбеҙ.

Вестминстер миграция ҡағиҙәләрен һаҡларға һәм ЕС менән туранан-тура сауҙа бәйләнештәре төҙөргә рөхсәт итмәһә, Шотландия властары Ҡушма Короллек составынан сығыу буйынса ҡабаттан референдум уҙғарырға самалай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий