среда, 19 октября 2016 г.

Ассанж интернетҡа сыға алмай.


Эквадор властары WikiLeaks сайты башлығы Джулиан Ассанжҡа интернетҡа инеүҙе сикләүҙәрен таныны. “Суверен хоҡуҡтарҙы атҡарыу маҡсатында, беҙ Лондондағы илселегебеҙҙә коммуникация системаларының бер өлөшөнә инеүҙе ваҡытлыса сикләнек,”-тиелә Эквадор хөкүмәте белдереүендә.

Үткән аҙна аҙағында Ассанж Твитерында АҠШ дәүләт сәркәтибе Керриға, Эквадорға һәм Британияның Форин-офисына адресланған  өс серле хәбәр пәйҙә булды. 64 хәрефтән һәм һандан торған набор “мәйет коды тип аталған нәмәне хәтерләтә, ҡулланыусы вафат булһа, ул автоматик рәүештә баҫыла.


Һуңынан Wikileaks нигеҙ һалыусыһының интернетҡа инеүе менән проблемалар тыуыуы тураһында хәбәр итте. Был хәл Wikileaks сайты бер нисә тапҡыр Хиллари Клинтон һайлау алды штабы хеҙмәткәрҙәренең хатлашыуын һәм Хиллари Клинтондың банкирҙар алдындағы “йәшерен” телмәрен баҫтырып сығарғас булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий