среда, 19 октября 2016 г.

Лесбос: мигранттар “ябыҡ ишектәр сәйәсәтенә” ҡаршы сыға.


Грецияның Лесбос утрауындағы легаль булмаған мигранттар, Евроберләшмәнең мигранттарға ҡарата “ябыҡ ишектәр сәйәсәтенә” ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Араларында урындағы халыҡ та бар ине - йәмғеһе мең самаһы кеше.

Марттағы ЕС һәм Төркиә араһындағы килешеү үҙ көсөнә ингәс, Европаға аяҡ баҫҡан ҡасаҡтар кире оҙатыла башланы. Тик Лесбоста әле булһа 6 мең тирәһе кеше, улар, миграция документтарын тапшырып, Греция властарынан яуап көтә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий