суббота, 22 октября 2016 г.

Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы артты.


Халыҡ-ара йыһан станцияһы үҙ бортына яңы экипаж ҡабул итте. Рәсәй космонавтары Сергей Рыжиков һәм Андрей Борисенко, шулай уҡ Америка астронавы Роберт Шейн Кимброу “Союз МС-02” карабында орбиталь станцияға килде. Цилиндр киренән икенсе өс космонавт менән ҡайтасаҡ, әлегә улар ҙа халыҡ-ара йыһан станцияһында. Уларҙың Ергә ҡайтыуы 2016 йылдың 30 октябренә планлаштырылған.

Яңы экипаж йыһанда ярты йыл самаһы буласаҡ. Космонавтар халыҡ-ара йыһан станцияһында  50-нән ашыу фәнни тәжрибә үткәрәсәк, ауырлыҡ юғалтыу шарттарында борос үҫтерәсәк һәм орбитанан үҙйөрөшлө аппараттар менән идара итеү өҫтөндә эшләйәсәк.

Рәсәй космонавы Сергей Рыжиковтың был тәүге осошо.

Ноябрь урталарында уҡ халыҡ-ара йыһан станцияһына Олег Новицкий, француз Том Песке һәм американлы Пегги Уитсон составындағы сираттағы экспедиция юл тотасаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий