суббота, 22 октября 2016 г.

Хәрби фотограф Джеймс Нахтвей.


Хәрби корреспондент, фотожурналист Джеймс Нахтвей дүрт тиҫтәнән ашыу йыл донъяға ҡораллы конфликттар хаҡында һөйләй. Дон Маккаллиндың Вьетнамдағы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында төшөргән һүрәттәрен күргәс, фоторепортер булырға ҡарар иткән ул. Фотографиялар тыуҙырған образдар, хис-тойғолар көсө уның үҙенә лә йоғонто яһаған, хәҙер ул үҙен һуғышҡа ҡаршы булған фотограф тип иҫәпләй. Үҙе әйтеүенсә, фотолар ҡайһы саҡ конфликттарҙы туҡтатырға ла һәләтле.

Еuronews хәбәрсеһе Луис Карбальоға фотограф бына нимәләр һөйләне:

Минең бурысым - кешеләргә донъяла нимәләр булыуы тураһында һөйләү. Һуғышта ставкалар үҙгәрә, ул кеше ғүмеренән дә өҫтөн булып китә һәм донъя йәшәйешенә ҙур йоғонто яһай. Фотограф һуғыштарҙы оҙатып йөрөгән сәйәси һүҙ бутҡаһы артына йәшенеүе ихтимал. Бындай позиция күптәр өсөн аңлайышлы һәм уңайлы. Әммә һуғыш ҡырына барыусылар ҙа бар. Улар ябай кешеләрҙең тормошон һүрәтләй, һуғыштың нимә алып килеүен күрһәтә. Һуғыш утын тоҡандырыусыларҙы ла күрһәтә, сөнки тирә-йүндәге хәлдәр өсөн улар яуаплы. Бына шул саҡта йәмәғәтселектең фекере лә ваҡиғаларға йоғонто яһауы мөмкин, халыҡтың уй-фекере, сәйәсмәндәрҙе баһалауы социумдағы климатты үҙгәртеүе ихтимал. Ана шулай сәйәсмәндәргә, һуғышҡа мөнәсәбәт үҙгәрәсәк. Үҙгәрештәргә өмөт уянасаҡ. ”





Комментариев нет:

Отправить комментарий