воскресенье, 23 октября 2016 г.

Италия: Урта диңгеҙҙә 3300 мигрант ҡотҡарылған.


Италияға Ливиянан һаман мигранттар ағыла. Һуңғы тәүлектәрҙә Италия яр буйы һағы Урта диңгеҙҙә 3300 мигрантты ҡотҡарған. Һәләк булған 7 кешенең кәүҙәһен дә тапҡандар.

Ливиянан Европаға күҙ төбәп сәфәр сыҡҡан мигранттарҙың бер өлөшө тәүҙә шулай Италияға килеп морон төртә.

Йыл башынан алып 150 000 мигрант теркәлгән. Һуңғы ике йыл эсендә лә Италияға шул ҡәҙәр үк легаль булмаған мигрант килгән.

“Был кешеләр бик ауыр хәлдә, бигерәк тә психологик йәһәттән хәлдәре мөшкөл. Улар етди һынауҙар аша үткән. Ливияла күбеһе көс ҡулланыу ҡорбаны булған, аяуһыҙлыҡты буйтым күргән. Хәлдәре үтә лә мөшкөл,”-ти “Сиктәрһеҙ врачтар” докторы.


Немецтарҙың хөкүмәттеке булмаған Sea-Watch ойошмаһы Ливия яр буйы һағын йоманан шәмбегә ҡаршы төндә Ливия ярҙары буйында мигранттар ултырған карапҡа һөжүм итеүҙә ғәйепләй. Ойошма мәғлүмәттәре буйынса, унда 150 кеше булған, шуларҙың дүртәүһе батып үлгән. Ливия хәрби-диңгеҙ көстәре был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға.

Комментариев нет:

Отправить комментарий