воскресенье, 23 октября 2016 г.

Валлония арҡаһында, Канада менән килешеү төҙөлмәне.


Оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң да, Евроберләшмә етәкселәре Канада менән иҡтисади һәм сауҙа килешеүен төҙөй алманы. Уға Бельгияның Валлония регионы ризалыҡ бирмәне.

Канада сауҙа министры Христя Фриланд Брюсселдән европалыларҙың уртаҡ тел таба алмауына эсе бошоп ҡайтып китте.

Минең өсөн дә, Канада өсөн дә бер нәмә асыҡланды: Евроберләшмә Канада кеүек Европа ҡиммәттәренә эйә булған ил менән дә халыҡ-ара килешеү төҙөй алмай,-тине Фриланд.-Канада өмөтөн юғалтты, минең дә өмөтөм ҡаҡшаны.

 Валлония администрацияһы башлығы Поль Маньет Канада менән килешеүгә ризалыҡ биргеһе килмәй, ул, уның фекеренсә, океан артындағы шикле бизнесҡа ғына отошло.

Был этапта документ тейешле кимәлдә түгел,-ти Маньет.-Беҙ йыл буйы тәкрарлайбыҙ: арбитраж механизмға дәғүәләребеҙ бар, уны Канадала эшләгән транснациональ компаниялар үҙ файҙаһына бороп ебәреүе ихтимал. Асылда улар Канада компаниялары түгел. Ирешелгәндәр менән беҙ ҡәнәғәт түгел.”

Еврокомиссия президенты килешеүҙе бөтә милли һәм региональ парламенттар хуплар тигән өмөттә ҡалды. Евросовет башлығы, 27 октябрҙәге ЕС-Канада саммитында уға ҡул ҡуйып булыр, тип өмөтләнә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий