понедельник, 24 октября 2016 г.

Британия Калелағы “джунгли” балаларының тәүге төркөмөн ҡабул итте.


Британия француздарҙың Калеһынан мигрант балаларҙың тәүге төркөмөн ҡабул итте. Ҡасаҡтар лагерын демонтажлауға бер көн ҡалғас, Лондондың Кройдон районына өлкәндәр ҡарамағында булмаған бәлиғ булмаған 80 малай һәм ҡыҙ килтерелде. “Британия граждандары ширҡәте” ойошмаһы вәкиле Джордж Габриэль бына нимә тип һөйләй:

“Был яй ғына текә ярлауға юл тотҡан машинала ултырыуға тиң ине. Кале лагерын юҡ итәсәктәрен беҙ белә инек, бынан алда лагерҙың көньяҡ өлөшөн демонтажлау ваҡытында 126 баланың юҡҡа сығыуын да белә инек һәм был юлы хәлдәрҙең тағы ла яманыраҡ булаһын да белә инек.”

Лондондың Хаммерсмит һәм Фулхэм советы башлығы Стивен Кован һүҙҙәре буйынса, мигрант балаларҙы ҡабул итеүҙе һорап, Совет августа уҡ хөкүмәт менән контактҡа ингән. Яуапты улар уҙған аҙнала ғына алған.

Кован: “Был балаларҙы махсус өйрәтелгән социаль хеҙмәткәрҙәр ҡаршы аласаҡ, аҙаҡ аҫрауға ғаиләләргә таратасаҡ. Күп нәмә иң һуңғы мәлдә ойошторолдо. Һуңыраҡ булһа ла, властарҙың эште ыңғай хәл итеүе һәйбәт. Беҙ хәҙер бер генә баланың да ҡараусыһыҙ ҡалмауын тәьмин итергә тейеш.”

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Калелағы мигранттар лагеры территорияһында 1,3 мең бәлиғ булмаған ҡасаҡ, шуларҙың 500-ө Ла-Манш аръяғында туғандары булыуы хаҡында белдергән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий