Тәбиғәтте
һаҡлаусылар Халыҡ-ара кит аулау комиссияһы ултырышы үткән Словенияның Порторож
ҡалаһында манифестациялар үткәрә. Комиссия өс тиҫтә йыл элек кит аулау кәсебенә
дөйөм мораторий индергәйне.
Донъяла, шуға ҡарамаҫтан,
браконьерҙар һәм мораторийға ҡушылмаған илдәр тарафынан йыл һайын 3 меңдән ашыу
кит аулана.
Мәҫәлән, Японияла
киттарҙы фән өсөн тоталар:
-Һунарсылыҡ,
балыҡсылыҡ һәм башҡа нәмәләр өсөн фән бик кәрәк. Тәбиғәт ресурстарын
файҙаланыуҙы фәнни дәлилдәр менән нығытыу мөһим. Фәнни тикшеренеү формалары
төрлө булыуы мөмкин, нисек кенә булмаһын фән кәрәк.
Башҡа илдәр шуға
инанған: тап “тикшеренеү формалары” әһәмиәткә эйә – XXI быуатта был маҡсаттан
киттарҙы үлтереү хәжәте юҡ:
-Австралия,
белеүегеҙсә, ун ике милләттең Көньяҡ океан тикшеренеү йәмғиәте башланғысын
яҡлап сыҡты һәм байтаҡ аҡса инвестицияланы. Акустик тамғалар, һыу аҫтындағы
тыңлау станциялары, спутник күҙәтеүе һәләк итеү методтарын ҡулланмайынса ла
уңышлы һәм нәтижәле тикшеренеүҙәр алып барырға мөмкинлек бирә.
Япония, Исландия
һәм Норвегия теге йәки был формала кит аулауҙы дауам итә - был илдәр йә
мораторийға ҡушылманы, йә ҡабул ителгән ҡанундарға тап килмәгән үҙ шарттарын
ҡуйҙы.
Йәшәү рәүештәрен
һаҡлау маҡсатында, мораторий аҫаба халыҡтарға кит аулау хоҡуғы бирә. Рәсәй,
АҠШ, Канада һәм Фарер утрауҙары халҡы ошо хоҡуҡҡа эйә.
Глобаль йылыныу ҙа
етди ҡурҡыныс тыуҙыра, шул арҡала киттар мораторийҙа ҡатнашмаған башҡа илдәргә
китә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий