Францияла
илдәге легалләшмәгән мигранттарҙың иң ҙур лагерын - Кале янындағы “джунгли”ҙы
юҡ итәләр. Тәү сиратта бушап ҡалған палатка һәм аласыҡтарҙы емерәләр.
1200 полицейский тәртип һағында тора. Төрлө сәбәптәр
арҡаһында Европаның башҡа илдәрен мөрхәтһенмәгән һәм Британияға юл тоторға өмөт
бағлаған лагерҙа ҡалырға теләүселәр менән көн элгәре бәрелеш булып алһа ла,
лагерҙы бушатыу башлыса тыныс бара.
Француз властары шуны төшөндөрә: “джунгли”ҙың
йәшәйешенә сик ҡуйырға ваҡыт:
-Беҙ лагерҙы таҙартырға ниәтләйбеҙ. Икеләнеп йөрөүсе
мигранттарға был ярҙам ғына буласаҡ. Лагерь менән хушлашырға, мөшкөллөктән
сығырға кәрәклеген улар аңларға тейеш,-ти Па-де-Кале префекты Фабьен Бюсьо.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, аҙна башына ҡәҙәр лагерҙа
10 меңгә яҡын кеше йәшәгән. Британияға барып етергә тигән ниәтендә ныҡ торған
бер нисә тиҫтәһе ҡасабанан китеүҙән баш тарта.
Британия властары утрауҙа туғандары булған бәлиғ
булмаған бала-сағаны ғына ҡабул итә. Дөрөҫ, был иҫәпкә инмәгәндәр ҙә ҡайһы саҡ
уларға ҡушылыу сараһын таба.
Әлеге мәлдә бәлиғ булмағандар лагерь ситендәге ангарҙа
йәшәй. Урындағы властарҙың һүҙе буйынса, операцияның төп бурысы - үҫмерҙәрҙе
хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау.
Ойошҡан рәүештә Францияның яңы асылған үҙәктәренә
урынлаштыраласаҡ кешеләр ҙә ошонда йыйыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий