среда, 26 октября 2016 г.

Халыҡ-ара кит аулау комиссияһы: киттар өсөн әлегә ҡурсаулыҡ булмаясаҡ.


Халыҡ-ара кит аулау комиссияһы Көньяҡ Атлантикала резервация төҙөү өсөн бөтә ил-ағзаларҙың да ризалығына ирешә алманы.

Океандың барса көньяҡ өлөшөндә - 20 миллион квадрат километрҙан ашыу майҙанда - был диңгеҙ хайуандарына һунарҙы бөтөнләй туҡтатыу ине ниәттәре.

Проект Комиссияның 70 йыллығында уҙғарылған ултырышында Словенияның Порторож шифаханаһында ҡаралды.

Кәсепте киңәйтеү яғында булған илдәр - тәүге нәүбәттә Япония, Норвегия һәм Исландия идеяны хупламаны.

География йәһәтенән улар Көньяҡ Атлантиканан алыҫ әлбиттә, әммә кит аулау кәсебе үҙ илдәренең ярҙары тирәһендә генә бармай.

-Был регион киттарҙың бөтә төрҙәре өсөн дә мөһим, унда ҡурсаулыҡ төҙөү ҙур яҡлау тапты, тик кәсепте дауам итергә теләгән илдәр, улар башлыса төньяҡ ярымшарҙа, һуңғы 15 йылдағыса йәнә башланғыстың бәкәленә һуҡты,-ти Халыҡ-ара хайуандарҙы яҡлау фонды вәкиле.

Формаль рәүештә киттарҙы аулауға мораторий 30 йыл йәшәп килһә лә, күп илдәр өлөшләтә һунар итә – улар йә тыйыуға ҡушылған, йә үҙҙәренә айырым шарттар талап итеп алған.

Йыл һайын, дельфиндарҙы ла иҫәпкә алып, 3 меңдән ашыу кит һымаҡтар тотола.









Комментариев нет:

Отправить комментарий