среда, 26 октября 2016 г.

Италия ЕС бюджеты менән риза түгел.



Италия хөкүмәте, әгәр Брюссель миграция көрсөгөн етди хәл итергә тотонмаһа, Евроберләшмә бюджетын ҡабул итеүенә ҡаршы сығыуы ихтимал.

Словакия, Венгрия, Чехия кеүек  мигранттар юлына кәртәләр ҡорған ЕС-тың көнсығыш илдәренең ҡылығы Римда ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.

Италия премьеры Маттео Ренци фекеренсә, проблеманы күмәкләп хәл итергә кәрәк, әгәр кемдер бынан баш тарта икән, уға Европа бюджеты өлөшө менән хушлашырға тура киләсәк.

-Европаға 20 миллиард биреп, 12 миллиард алыу механизмына нөктә ҡуябыҙ. Беҙ вето һалырға әҙер, хоҡуҡтар һәм йөкләмәләр барыһы өсөн дә бер төрлө булырға тейеш. Юғиһә, беҙҙең аҡсаларҙы алып, стена төҙөүе бик анһат. Аҡсалар стена аша сыға алмай. Стена төҙөгәнһегеҙ икән, һеҙ мигранттарҙы үткәрмәйһегеҙ, шуға күрә Италия аҡсалары тураһында ла оноторға кәрәк.

Йыл башынан алып Италияға 150 меңдән ашыу мигрант килгән - был уҙған йылғыға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк.

Европа комиссияһының дефицит нормаһын арттырған Италия бюджеты проектын тәнҡитләүенә Маттео Ренци ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Премьерҙың һүҙҙәре буйынса, уның байтаҡ өлөшө - мигранттарға киткән сығымдар.




Комментариев нет:

Отправить комментарий