четверг, 27 октября 2016 г.

Италия үҙәгендә көслө ер тетрәү.



Италияның Марке төбәгендә көслө ер тетрәү булды. Магнитудаһы 5,4 булған ул тетрәүҙе хатта Римдала тойҙолар.

Бер нисә секунд эсендәге, үҙәге 10 метр тәрәнлектәге ер тетрәү урындағы ваҡыт менән 19 сәғәт 11 минутта булды.

Ҡайһы бер ауыл-ҡалалар электр утынан мәхрүм ҡалды. Ҡорбандар һәм зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Ике ай самаһы элек икенсе ҡеүәтле ер тетрәү арҡаһында, 300 самаһы кешенең ғүмере өҙөлөп, кешеләр йәшәгән бер нисә төбәк ер менән тигеҙләнгәйне.



Комментариев нет:

Отправить комментарий