Кем кемдән
ҡурҡа? НАТО илдәре оборона министрҙарының Брюсселдәге осрашыуынан һуң, Рәсәй
президенты Владимир Путин Рәсәйҙең хәрби янауҙары тураһындағы хәбәрҙәрен “мифик”
һәм реаль түгел тип белдерҙе.
Сочиҙағы “Валдай” дискуссия клубы ултырышында
Рәсәй лидеры Мәскәүҙең бер кемгә лә һөжүм итергә йыйынмауы тураһында белдерҙе.
Бынан алда НАТО-ның Көнсығыш Европа һәм Балтия илдәрендә альянс хәрбиҙәрен
арттырырға ниәтләүе асыҡланғайны.
“Дими рәүештә Рәсәй хәрби янауҙары рәүешендәге уйҙырма,
мифик хәүефтәр штамплана. Ысындан да, был - килемле шөғөл, үҙ илеңдә яңы хәрби
бюджет йолҡоп алырға, бер ҙур держава мәнфәғәтендә союздаштарыңды үҙ ҡумыҙыңда
бейетергә, НАТО-ны киңәйтергә; альянс инфраструктураһын, хәрби подразделениеларҙы,
техниканы беҙҙең сиктәргә яҡынайтырға мөмкин,”-тине Путин.
Рәсәй менән сиктәш булған НАТО илдәрендә хәрбиҙәрҙе
аралаштырып урынлаштырыу хаҡындағы ҡарар Варшавалағы июль саммитында ҡабул
ителде. Етәкселектәренең фекеренсә, “(Рәсәйҙең) ҡеүәтле һәм ныҡлы хәрби үҫешенә
яуап биреү кәрәк.”
Асыҡланыуынса, Польша, Латвия, Литва һәм Эстонияның
дүрт батальонында ротация нигеҙендә меңәр һалдат хеҙмәт итәсәк. Румынияла ла
интернациональ бригада төҙөлә. НАТО яңы стратегияны тормошҡа ашырыуҙа альянстың
бөтә ил-ағзалары ла ҡатнашыр тип өмөтләнә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий