пятница, 28 октября 2016 г.

WWF: 40 йыл эсендә Ерҙәге умыртҡалы хайуандар популяцияһы 58 процентҡа кәмегән.


 Һуңғы 40 йыл эсендә, кешенең йәшәү эшмәкәрлеге арҡаһында,  Ерҙәге умыртҡалы хайуандар популяцияһы 58 процентҡа кәмегән. Иң ҙур зыян сөсө һыуҙағы умыртҡалыларға һалынған: улар 81 процентҡа кәм. Ерҙәге умыртҡалылар 38 процентҡа, диңгеҙҙәгеләр 36 процентҡа кәм. Был мәғлүмәттәр Халыҡ-ара ҡырағай тәбиғәт фондының (WWF) яңы докладында килтерелә. Ғалимдар уны төҙөгәндә тере планета индексын (Living Planet Index, LPI)  ҡулланған, уны “глобаль биотөрлөлөк индикаторы” тип тә йөрөтәләр.

“Хайуандар һаны кәмеүенең сәбәбен беҙ беләбеҙ. Был - тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, ресурстарҙы кәрәгенән артыҡ тотоноу, тәбиғи ареалдарҙың емерелеүе, һыуҙы кәрәгенән артыҡ сарыф итеү, саманан тыш артыҡ балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү. Глобаль йылыныу ҙа хәлде ҡатмарландыра,”-ти WWF вәкиле Тревор Хатчингс.

Докладты әҙерләүҙә ҡатнашҡан Луиза Макрэй былай тип аңлатма бирҙе:

“Шуны әйтеп үтеү мөһим: төрҙәр, популяция юғалмаған, һүҙ уларҙың кәмеүе хаҡында бара, тимәк элекке хәленә ҡайтарыу мөмкин. Әгәр беҙ дөрөҫ юл менән китһәк, хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә аласаҡбыҙ.”

Доклад авторҙарының фекере буйынса, әгәр ошо хәл дауам итһә, Ер планетаһында 2020 йылда умыртҡалылар 1970 йыл менән сағыштырғанда өстән ике өлөштән дә кәмерәк буласаҡ. Эш уларҙың юҡҡа сығыуында ғына ла түгел. Биологик төрлөлөк имен урман, йылға һәм океандарҙың нигеҙен формалаштыра. Хайуандарҙан башҡа таҙа һауа, һыу, аҙыҡ-түлек һәм климат менән экосистемалар ҙа юҡҡа сығасаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий