Граждандар
һуғышы ялмап алған Йәмәндә ваба киҙеүе тарала. Тәүге ауырыу осраҡтары октябрь
башында ил баш ҡалаһы Сана янындағы тиҫтәләрсә стихиялы ҡасаҡтар лагерҙарында
теркәлгән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 3 миллиондан
ашыу йәмәнле таҙа эсәр һыуға мохтаж. Был иһә киҙеү таралыуға булышлыҡ итә.
“Бөгөн алынған һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ауырыусылар
арта,-ти Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы матбуғат секретары Тарик Язаревич.-27
октябргә Йәмәндең 23 провинцияһының 11-ендә ваба ауырыуы тип шик аҫтына алынған
1410 осраҡ теркәлгән.”
БМО-ның Балалар фонды мәғлүмәттәре буйынса, Йәмәндә
7,5 миллион бала медицина ярҙамына мохтаж, ә 370 мең бала аслыҡтан йонсой.
“10 мең самаһы бала һуңғы 5 йыл эсендә медицина
ярҙамының насар булыуы сәбәпле вафат булды,-ти ЮНИСЕФ-тың рәсми вәкиле Кристоф
Булиерак.-600 медицина учреждениеһы эшен туҡтатты, вакцинация һәм вакциналар
таратыу үҙәктәренең биштән бер өлөшө ябыҡ.”
2014 йылдың авгусынан алып Йәмәндә граждандар һуғышы
бара. Меңдәрсә тыныс халыҡ уның ҡорбаны булды, уларҙың күбеһе – ҡатын-ҡыҙ һәм
бала-саға. Илдәге гуманитар һәләкәт тураһында халыҡ-ара ойошмалар әллә нисә
тапҡыр белдереү яһаны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий