“Союз”МС-01 аппараты
Ҡазахстанға уңышлы килеп төштө.
Ергә өс кешенән –
рәсәйле Анатолий Иванишин, американлы Кэтлин Рубинс һәм япон Такуя Онисиҙан торған
экипаж ҡайтты. Йыһанда һәм Халыҡ-ара йыһан станцияһында улар 115 көн булды.
Улар Халыҡ-ара йыһан
станцияһында ДНК секвенсорын һынап ҡараны: ул, мәҫәлән, станция һауаһындағы
микробтар миҡдарын бик тиҙ билдәләй ала, ә был экипаж һәм йөктәрҙең даими
әйләнеше арҡаһында актуаль мәсьәлә булып тора.
Бынан тыш экипаж “Боинг”
һәм SpaceX эшләгән шәхси караптар – “йыһан таксиҙары”
өсөн тоташтырыу быуыны урынлаштырҙы.
Әле Халыҡ-ара йыһан
станцияһында рәсәйлеләр Андрей Борисенко, Сергей Рижиков һәм американлы Роберт
Шейн Кимброу тороп ҡалды.
Бөгөн ҡайтҡан карап -
“Союз”дың
яңы модификацияһы, МС “модернизацияланған
системалар” тигәнде аңлата. Караптың бөтә быуындары ла үҙгәреш кисергән. Йыһан
ветеранының был һуңғы варианты булмаҡсы – уға алмашҡа әле эшләнеп ятҡан “Федерация”
киләсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий