вторник, 1 ноября 2016 г.

Американлылар һайлау алды кампанияһынан ғарҡ булған.


-Электрон бәйләнеш менән бәйле иҫке бәхәстәргә яңы мәғлүмәттәр өҫтәлеп, инде тамамланып килгән һайлау алды кампанияһында яңы боролош барлыҡҡа килде. Был хәл тураһында Вашингтондағы хәбәрсебеҙ Штефан Гробе менән һөйләшеп алайыҡ.
Штефан, кем кемде нимәлә ғәйепләй?

-Беҙҙә, Марк, Хэллоуин, әммә иң ныҡ ҡурҡыусы - Клинтон штабы, сөнки был уның кандидатураһын ҡаҡшатыуы ихтимал. Мин “ихтимал” тим, эштең айышына беҙ һайлау көнө килеп еткәс кенә төшөнә аласаҡбыҙ.

-Федераль тикшереү бюроһы фашлауына Клинтон нисек яуап бирҙе?

-Әлбиттә, Клинтон штабы агрессив яуап бирҙе. Халыҡ алдында улар үҙҙәрен үтә лә ышаныслы тота, ә сәхнә артында, үҙ яғындағыларҙы тотоп ҡалыу өсөн, алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Бөтәһе лә конроль аҫтында, паникаға бирелергә кәрәкмәй, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ тип ышандырырға тырышалар.

Федераль тикшереү бюроһы белдереүенән һуң алып барылған һорашыуҙар эшкә асыҡлыҡ индермәне. Дәғүәселәр бер-береһенең эҙенә баҫып килә; һайлаусыларҙың өстән бере, хатлашыу ғауғаһы Клинтон өсөн тауыш бирергәме тигән уйға һалыуы тураһында әйтһә лә, Клинтон элеккесә алдараҡ килә. Тик шуны ла оноторға ярамай: был өстән берҙең күпселеге - республиканлылар йәки республиканлылар яҡлы бойондороҡһоҙ һайлаусылар, шулай булғас һуңғы фашлауҙарҙың эҙемтәләре хаҡында һығымта яһау урынһыҙ.

-Президент кампанияһында бысраҡ күп булды, кандидаттар уны бер-береһенә күп ташланы. Йәмәғәтселек быға нисек ҡарай?

 -Халыҡ бынан буйтым туйҙы. Уҙған ялда һорашыуҙар алып барылды, һайлаусыларҙың 71 проценты һайлауҙың кисекмәҫтән үткәрелеүе яҡлы ине. Уларҙы был нәмәләр ялҡытҡан. Кешеләр менән һөйләшкәндә, шуны аңлайһың: кандидаттарҙың икеһе менән дә улар ҡәнәғәт түгел. “Әгәр бөтә Америка уларҙы ғына тәҡдим итә ала икән, беҙ бәлә эсендә,”-ти халыҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий