Бер нисә тиҫтә
кеше шишәмбе көн Мәскәүҙә ФСИН бинаһы алдында ҡаршылыҡ акцияһы үткәрҙе. Улар
Ильдар Дадинды язалауҙы туҡтатыуҙы талап итте - былтыр уны митингылар үткәреү
ҡағиҙәһен боҙоу статьяһы буйынса беренселәрҙән булып хөкөм иткәйнеләр.
Сентябрҙән алып Дадин Карелиялағы бер колонияла; унда ул, үҙе хәбәр итеүенсә,
бер нисә тапҡыр тумалыуға, мыҫҡыллауҙарға дусар булған.
“Ул бер нисә тапҡыр плакат менән сыҡты, шуның өсөн уны
төрмәгә ултырттылар,-ти бында йыйылған кешеләрҙең береһе.-Плакат тотоп сыҡҡан
өсөн - 2,5 йыл төрмә. Хәҙер был кеше төрмәлә генә ултырмай, уны язалайҙар. Быға
нисек түҙеп тормаҡ кәрәк? Азат, мәҙәниәтле кешеләр нисек быға түҙһен. Мин быны
күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бына ни өсөн бөгөн беҙ бында.
“Халыҡ-ара амнистия” ойошмаһы Дадинды ниндәй шарттарҙа
тотоуҙарын тикшереүҙе талап итте. ФСИН белдереүенсә, шаршамбы көн оппозиционерҙы
хоҡуҡ һаҡлаусылар тәҡдим иткән бойондороҡһоҙ врачтар ҡараясаҡ, уның һөҙөмтәләре
баҫылып сығасаҡ. Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре лә тикшереү үткәрергә вәғәҙә
бирә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий