среда, 2 ноября 2016 г.

Европаға иң күп ҡасаҡтар октябрҙә килгән.


 Урта диңгеҙ аша Европаға ағылған ҡасаҡтар иҫәбе буйынса октябрь рекорд ҡуйҙы. БМО-ның Баш комиссар идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Греция һәм Италияға 218 мең мигрант килгән –  үҙҙәренең һәм бала-сағаһының ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ошо йылда ҡораллы конфликттарҙан һәм хәйерселектән ҡасыусыларҙың өстән бере был.

 Баш комиссар идаралығының рәсми вәкиле Эдриан Эдвардс:

 ”Йыл башынан алып беҙ 3,5 мең үлем осрағын теркәнек. Ҡасаҡтар ағымы күләменә торошло аҡсаларыбыҙ юҡ, ә ҡасаҡтарҙың ошо юлдан башҡа бүтән мөмкинлеге юҡ, шулай булғас һәләк булыусылар һаны артасаҡ ҡына.”

Ҡасаҡтар ҡышҡы һыуыҡтарға ҡәҙәр Европаға барып етергә тырыша. Шуға күрә улар именлек ҡағиҙәләренә бөтөнләй тап килгән лыҡа тулы караптарҙа йөҙөргә лә ризалаша.

30 октябрҙә Эгей диңгеҙендә 22 кеше батып үлгән, шуларҙың 12-һе - бала-саға. Октябрҙә диңгеҙҙә 68 ҡасаҡ һәләк булған.





Комментариев нет:

Отправить комментарий