Марокко тирә-яҡ мөхит менән бәйле граждандар
инициативаһына ҙур әһәмиәт бирә. Касабланкала йәштәрҙең күп кенә проекттары
тәбиғәтте һаҡлау һәм мәғрифәтселек менән шөғөлләнгән ассоциациялар булдырырға
ярҙам иткән.
Йәштәрҙең береһе - Бахри- марокканлыларҙы ҡала һәм яр
буйҙарын таҙа тотоу эшенә йәлеп итергә тырыша. 2010 йылдан бирле Бахри
ҡомлоҡтарҙы, ҡалаларҙы таҙартыу буйынса 27-нән ашыу рейд ойошторған. Мәҫәлән,
Касабланкалағы һуңғы сарала 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
Ассоциацияға нигеҙ
һалған Саад Әбиб әле тирә-яҡ мөхит проблемаһын хәл итеү проекты өҫтөндә эшләй һәм
шул проект сиктәрендә Касабланканың иҫке-моҫҡо йыйыусылары менән хеҙмәттәшлек
итә.
Саад Әбиб: “Мин илемдең киләсәге өсөн үҙемде яуаплы
тоям. Бысраҡ һауалы ҡалала үҫкәнлектән, был проектҡа тотондом. Балалрымдың һаулыҡ
өсөн имен булған ерҙә үҫеүен, таҙа пляжға йөрөүен теләйем. Көнкүреш
ҡалдыҡтарынан арыныу маҡсатында, иҫке-моҫҡо йыйыусылар менән эшләйбеҙ, улар беҙгә
сүп-сарҙан ҡотолорға ярҙам итә”.
Комментариев нет:
Отправить комментарий