пятница, 4 ноября 2016 г.

Урта диңгеҙҙәге фажиғә: 240 мигрант һәләк булған.


Шаршамбы иртән Лампедуза утрауына Ливия ярҙарындағы карап һәләкәтенән иҫән ҡалған 30 мигрант килтерелгән. Бер юлы мигранттар тейәлгән ике карап батҡан; ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, 240 самаһы кеше инде батҡан булған.

“Был кешеләр шаңҡыған хәлдә ине, улар ҙур йәрәхәт алған, сөнки, имен ҡалырға тырышып, ике сәғәт һыуҙа үткәргән. Тапҡан саҡта, улар кәмәлә түгел, һыуҙа ине.”

“Үҙенә күрә был, моғайын, Европа флотының контрабандистар менән уңышлы көрәш һөҙөмтәһе. Мигранттар ташылған күп кенә балыҡ тотоу караптары тартып алып юҡ ителгән. Әммә тәүәккәл рәүештә диңгеҙ кисергә ниәтләгән мигранттар ҙа, улар иҫәбенә аҡса эшләп ҡалырға тырышҡан контрабандистар ҙа бар. Мигранттарҙы бындай сәйәхәткә бөтөнләй ҡулай булмаған өрөп тултырмалы кәмәләргә ултырталар.”


 БМО мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып урта диңгеҙҙә 4200-ҙән ашыу кеше батып үлгән. Әйтергә кәрәк, уларҙың күбеһе башҡа илдәрҙең ҡотҡарыу караптары килеп етә алмаған Ливия территориаль һыуҙарында бата.

Комментариев нет:

Отправить комментарий