пятница, 4 ноября 2016 г.

Афғанстандағы НАТО һөжүме: балалар һәләк булған.


Кесе йома көн Афғанстанда Ҡондоҙ провинцияһының 5 ауылында НАТО авиаһөжүме ваҡытында хәрби булмаған 30 кеше һәләк булған, 20-нән ашыуы тән йәрәхәттәре алған.

Һәләк булғандарҙың күбеһе - ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға. Халыҡтың ҡайғыһының һәм асыуының сиге юҡ.

“Самолеттар киске 10-да бомбаға тота башланы, был хәл иртәнге 6-ға ҡәҙәр дауам итте. Ҡарағыҙ бынау 4 балаға, уларҙың ата-әсәһенә, олатаһына. Беҙ уларҙың кәүҙәләрен харабалар аҫтынан ҡаҙып алдыҡ,”-ти һәләк булғандарҙың туғаны.

Урындағы властар хәбәр итеүенсә, афған армияһы һәм халыҡ-ара коалиция Ҡондоҙ янында американлыларҙың ике хәрби хеҙмәткәрен үлтергән талиптарға ҡаршы операция үткәргән.

НАТО Ҡондоҙ ҡалаһы районында операция үткәреүен раҫланы, унда АҠШ армияһы “дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге көстәргә һауа һөжүме менән ярҙам иткән”.

Ҡондоҙ ҡалаһы – провинция үҙәге һәм мөһим стратегик пункт - октябрҙә талиптар тарафынан баҫып алынғайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий