Аргентина баш ҡалаһынан бер нисә тиҫтә километр
алыҫлыҡтағы ҡаласыҡта ҙур башланғысҡа нигеҙ һалынған. Эҫе һыулы булған
бында йәшәүсе ир һөйләй:
“Бында ярлы
кварталдар, электр менән өҙөклөктәр булып тора. Был аккумулятор батареялары
беҙгә көнкүрештә ныҡ ярҙам итә, тик электр менән даими тәьмин итеү юҡ
әлегә.”
Материалдар рәүешендә эсемлектәрҙән бушаған пластик
шешәләр, һөттән бушаған картон ҡаптар ҡулланылған. Ҡояш нурҙарын һәм йылыны
тартыу өсөн, уларҙы ҡара төҫкә буяғандар. Шул рәүешле һыуҙы йылытыу өсөн газ да,
башҡа төрлө энергия ла кәрәкмәй.
Был эштәрҙе
башлап ебәреүсе кеше - Жюльен Лауренсон, француз банкиры, әле ул коммерция
булмаған ойошма волонтеры.
“Тирә-яҡ
мөхитте һаҡлауға ҡағылған бөтә нәмә минең өсөн буш һүҙ генә түгел, был - көн
талабы һәм мин уны үтәргә тырышам. Көнкүреш ҡалдыҡтары күп. Үҫеш кимәле ниндәй генә
булыуға ҡарамаҫтан, был бөтә илдәргә лә ҡағыла,”-ти Жюльен.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Аргентина халҡының
өстән бер өлөшө бик ярлы йәшәй. Биштән бер өлөшөнөң йорттарында һыу үткәргес
юҡ. Жюльен шөғөлләнгән проект иң ярлы кешеләрҙең көндәлек тормошон еңеләйтергә
ярҙам итәсәк.
Уның һүҙҙәре буйынса, был инициатива йыл һайын 3 мең
самаһы ғаиләне эҫе һыу һәм электр уты менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
“Sumando Energias” проектына нигеҙ һалыусыларҙың
береһе булған Пабло Кастаньо һүҙҙәре буйынса, “йыл эсендә ҡояшлы көндәр күп,
шуға күрә Ҡояш энергияһын ҡулланыу байтаҡ социаль-иҡтисади проблемаларҙы хәл
итергә, ватандаштар тормошон яҡшыртырға мөмкинселек бирәсәк. Артабан алынған энергияны беҙ күрше илдәргә лә һата
аласаҡбыҙ”.
Ике йыл эсендә хөкүмәттеке булмаған был ойошма ҙур майҙанлы 36 аккумуляторлы
ҡояш батареяһы төҙөй алған, хәрәкәт пластик ҡалдыҡтарын эшкәртергә лә ярҙам
итә. Йәнә бер мөһим яғы бар - урындағы халыҡ әүҙем рәүештә эшкә йәлеп ителә,
тимәк яңы эш урындары барлыҡҡа килә.
Программа буйынса эш алып барылған ҡаласыҡта
йәшәүселәрҙең фекере:
”Сүп булып, тирә-йүнде бысратып ятҡан нәмәләр яңынан
эшкә егелде - минең йортомда хәҙер йылы һыу бар. Ҡайтанан етештереүҙең әһәмиәте ҙур. Элек быға иғтибар бирмәй инем, сүп-сарҙы
сығарып ташлай инем, ә хәҙер беләм: аҡылды эшкә егеп ҡулланһаң, көнкүреш
ҡалдыҡтары ла файҙа бирә, тормошобоҙҙо яҡшырта ала, тирә-яҡ мөхит тә бысранмай.”
Аргентина - Латин Америкаһы илдәрендә “нулле сүп-сар” сәйәсәтен алып
барған тәүге ил, һүҙ бында артабан органик һәм органик булмаған ҡалдыҡтарҙы ла ҡайтанан
эшкәртеү хаҡында бара.
Комментариев нет:
Отправить комментарий