воскресенье, 20 ноября 2016 г.

АҠШ: Трамп администрацияһы өсөн таланттар эҙләй.


АҠШ президенты итеп һайланған республиканлы Дональд Трамп фирҡәләше һәм үҙенең иң төп тәнҡитсеһе Митт Ромни менән һөйләшеү алып барҙы. Осрашыу әленән-әле киң мәғлүмәт сараларында Трамп Ромниға АҠШ дәүләт сәркәтибе посын тәҡдим итеүе ихтимал кеүек хәбәрҙәр фонында булды. Сәйәсмәндәр сәғәт ярымға һуҙылған әңгәмәләре хаҡында ентекләп һөйләп торманы.

Төрлө темаларға ентекле һөйләшеү булды. Яңы һайланған президент менән әңгәмәләшеүемә бик шатмын,-тип белдерҙе Ромни.-Яңы администрация килеүен, ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙарын бик күргем килә.”

Шул уҡ көндө Трамп отставкалағы генерал Джеймс Мэттис менән осрашты. Ул оборона министры вазифаһына кандидат булып иҫәпләнә. Осрашыу АҠШ-тың буласаҡ вице-президенты Майкл Пенс бар саҡта үтте. 66 йәшлек Мэтис бынан алда АҠШ-тың Хәрби-диңгеҙ көстәре Үҙәк командованиеһы башында торған һәм Американың Яҡын Көнсығыштағы операцияларына етәкселек иткән. Мэттис ҡайһы бер тышҡы сәйәси проблемалар буйынса Трамп менән бер үк позицияла тора.

Трамп: “Осрашыу файҙалы булды. Яҡшы. Ул иҫ киткес талантлы. Беҙ, әйткәнемсә, бөйөк Американы барлыҡҡа килтерәсәк һәләтле, талантлы кешеләр менән осрашабыҙ. Улар, ысынлап та, бөйөк, талантлы кешеләр.”

 8 ноябрҙәге президент һайлауҙарында еңгән Трамп үҙ командаһын булдырыу өҫтөндә әүҙем эш алып бара. Яңы администрация 2017 йылдың 20 ғинуарындағы Трамптың инаугурацияһынан һуң эшләй башлаясаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий