пятница, 18 ноября 2016 г.

Испанияның Toro Júbilo фестивалендә үгеҙҙең мөгөҙөн яндыралар.


РАСМА - Испанияның хайуандарҙы яҡлаусы сәйәси фирҡәһе төшөргән видеояҙмала Мединачали ҡалаһындағы фестивалдә үгеҙҙең мөгөҙҙәрен яндырыуҙарын күрәбеҙ. 
         
Toro Júbilo фестивалендә хайуанға батҡаҡ һылайҙар, мөгөҙҙәренә ағас каркас беркетәләр һәм аҙаҡ яндыралар. Үгеҙ янғынды һүндерергә тырышып үһәләнә. Видео төшөрөүселәр уны “ғазап тулы 13 минут” тип атай.


“Ут хайуандың күҙенә төшкәс, моғайын, ул һуҡырайғандыр, башын һелкеп, каркастан ҡотолорға маташҡанда йәрәхәт тә алды,”-тип билдәләй РАСМА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий