четверг, 17 ноября 2016 г.

ЕС-та ришүәтселек ҡайҙа таралған?


 Полицейскийҙарға һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәренә ришүәт биреү - киң таралған күренеш, бигерәк тә ул Европа берләшмәһенең өс илендә сәскә ата - Transparency International ойошмааһының яңы доклады шулай тип иҫбатлай.

Румынияла һорау бирелгән һәр өсөнсө кеше уҙған йыл дәүләт хеҙмәттәре өсөн түләүе тураһында белдерҙе. Литвала һәр дүртенсе кеше шундай уҡ яуап бирҙе, ә Венгрияла - һәр бишенсе.

Transparency International фекере буйынса, коррупцияны еңә алмау ҡитғала милләтсел фирҡәләрҙең абруйы артыуға алып килә.

”Һуңғы йылдарҙа Европала һәр ерҙә лә - Испаниянан Британияға һәм Төркиәгә ҡәҙәр - популистик һәм милләтсел хәрәкәттәрҙең үҫеүе күҙәтелә,-тиелә  “Донъя коррупцияһы барометры 2016”докладында.”

Бының сәбәптәре төрлө һәм ҡатмарлы, әммә күбеһе бер нәмә менән аңлатыла: традицион демократик институттар - хөкүмәт һәм сәйәси фирҡәләр - ышаныс тыуҙырмай, сөнки вәғәҙәләрен үтәй алмай, барыһы өсөн дә етеш тормош һәм берҙәй мөмкинлектәр тыуҙыра алмай.

Хөкүмәт коррупция проблемаһын  тейешенсә хәл итә алмағанға һәм коррупция схемаларында ҡатнашҡанға күрә, коррупция бында төп ролде уйнай.

Коррупция системаһына күҙ йомоп ҡарау мөмкин булмай башланы, сөнки ул бизнесҡа ла, сәйәсәткә лә йоғонто яһай. Испанияның 37 етәксеһе һәм сәйәсмәненә ҡарата хөкөм эше бының асыҡ миҫалы. Уларҙы 10 йыл дауамында “контракт-ришүәт” схемаһында ҡатнашҡан тип иҫәпләйҙәр.
Шул схема арҡаһында, докладты төҙөүселәр фекеренсә, Испания ЕС-та ришүәтселек менән көрәштә иң һуңғы урында килә. Һорашылған биш кешенең дүртәүһе фекеренсә, Испания ришүәтселек менән көрәшкә етерлек көс һалмай.

Уларҙан ҡала Украина (86%), Молдавия (84%), шулай уҡ Босния һәм Герцеговинала (83%) ғына хәлдәр хөртөрәк.

Словения, Латвия, Литва, Италия, Чехия һәм Косовола һорашылған кешеләрҙең өстән икенән ашыуы үҙ хөкүмәттәренең коррупцияға ҡаршы тороуын түбән баһалай.

Швеция һәм Швейцарияла хәлдәр арыуыраҡ, унда халыҡтың өстән бере генә, властар был проблеманы хәл итә алмай, тип бара.

ЕС-тың күп граждандары шуны күрә: байҙар һәм власть вәкилдәре системаны үҙ мәнфәғәтендә файҙалана,-ти Trasparency International рәйесе Хосе Угас.-Хөкүмәттәр юғарылағыларға файҙалы булған өсөн дә коррупция менән тейешенсә көрәшмәй”.

Байҙар, власть һәм коррупция араһындағы был хәүефле бәйләнешкә нөктә ҡуйыр өсөн, хөкүмәттәр юғары кимәлдәге асыҡлыҡҡа ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейеш,  




Комментариев нет:

Отправить комментарий