четверг, 17 ноября 2016 г.

Израиль Иордандың көнбайыш ярындағы йәһүд ауылдарын законлаштырырға ниәтләй.


Израиль кнессетында күпселек тауыш менән фәләстин территорияларындағы йәһүд ауылдарын легалләштереү ҡарары раҫланды. Был мәсьәлә буйынса закон ҡабул итеү өсөн, кнессетта йәнә бер тапҡыр тауыш бирелергә тейеш. Закон раҫланһа, документтар буйынса фәләстиндарҙыҡы булып иҫәпләнгән ерҙәрҙә төҙөлгән ауылдар ҙа ҡанунлаштыраласаҡ. Был ҡағиҙә ретроактив буласаҡ.

Законды Биньямин Нетаньяхуның уң “Ликуд фирҡәһе тәҡдим итте. Ул Иордандың көнбайыш ярындағы йәһүдтәрҙең Амон ауылындағы 40 йортто һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тота. Элекке йылдарҙағы һымаҡ йорттарҙы юҡ итеү хаҡындағы ҡарарҙы Израилдең Баш суды ҡабул иткәйне. Мәҫәлән, 2005 йылда ошо уҡ регионда күскенселәр төҙөгән Хомеш ауылы юҡ ителгәйне.

 АҠШ президенты админитрацияһы кнессеттың был инициативаһына үҙенең хәүефләнеүен белдерҙе. Тәнҡит һүҙҙәре Израиль сәйәсмәндәренән дә, мәҫәлән элекке сит ил эштәре министры Ципи Ливни ауыҙынан да ишетелде. Улар шуға иғтибар итте: закон асылда территорияларҙы аннексиялауға юл аса һәм “бер дәүләт- ике халыҡ” принцибын юҡҡа сығара.

Фәләстин миллли администрацияһы был законға ҡырҡа ҡаршы сыҡты.




Комментариев нет:

Отправить комментарий