четверг, 17 ноября 2016 г.

Франция: президентлыҡҡа кандидаттар күбәйә.


Францияла президент кампанияһы башланды. Шаршамбы көн элекке иҡтисад министры Эммануэль Макрон да был юғары посты биләргә ниәтләүен белдерҙе.

Президент Франсуа Олланд даирәһенә ингән был кеше ошо йылдың авгусында хөкүмәттән китте һәм үҙенең “Маршта” сәйәси хәрәкәтен булдырҙы.

”Сәйәси системабыҙҙың бушлығын мин эстән күрҙем. Бында күпселек идеялар кире ҡағыла, сөнки улар традицион фирҡәләрҙең ҡоролошон, ҡәҙимге мәнфәғәттәрен ҡаҡшата, ә улар күптән инде дөйөм мәнфәғәттәргә тап килмәй,”-тип белдерҙе Макрон.

Шул уҡ көндө Милли фронт башлығы Марин Ле Пен үҙенең һайлау алды кампанияһының эмблемаһы һәм девизы менән таныштырҙы.
Һайлау алды плакатындағы эмблеманы - зәңгәр раузаны - асыҡтан-асыҡ Дональд Трампты яҡлап сыҡҡан Клинт Иствуд ҡулына тотторғандар. Кампанияның девизы – “Халыҡ хаҡына!”

“Бөтә донъя хәрәкәте бар, ул бөтә донъя хәрәкәте ҡырағай глобалләшеүҙе, зыянлы ултра-либерализмды, бөтә халыҡтарҙың башҡалар менән конкуренцияһын, милләттәрҙең юҡҡа сығыуын инҡар итә,”-тине Марин Ле Пен.

Республиканлылар фирҡәһендә төп алыш Бордо мэры Аллан Жюпе һәм элекке президент Николя Саркози араһында барасаҡ. 7 кеше ҡатнашҡан киләһе йәкшәмбеләге фирҡәләр праймеризында был ике сәйәсмән фаворит булып иҫәпләнә.

Социалистар фирҡәһе лә әлегә үҙ кандидатын билдәләмәгән. Президент Олланд һайлауҙарҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауын декабрҙә әйтергә вәғәҙә бирә. Ул ҡатнашмаған хәлдә, был посҡа премьер-министр Мануэль Вальс йәки Социалистик фирҡәнең һул ағымы “фрондеры” Арно Монтебур дәғүә итәсәк. Социалистар праймеризы ғинуарҙа буласаҡ.

Француз “йәшел”дәренән президент һайлауҙарында “Гринпис”тың элекке етәксеһе Янник Жадо ҡатнашасаҡ. Коммунистар фирҡәһе лә үҙ кандидатураһын күрһәтеү тураһында уйлай.

/Фрондер - нимәгә булһа ла ҡаршы сығыусы/.



Комментариев нет:

Отправить комментарий