Сүриә президенты
Бәшәр Асад яңы һайланған Америка лидеры Дональд Трамптан күпте өмөт итмәй. Сүриә
етәксеһе Португалия дәүләт телевидениеһына биргән интервьюһында үҙ вазифаһын
үтәй башлаған Аҡ Йорт хужаһына Конгресс, республика администрацияһындағы төрлө көстәрҙең йоғонтоһо ҙур буласағын
белдерҙе.
Бәшәр Асад, Сүриә
президенты:
“Уның һайлау алды вәғәҙәләрен үтәй алыуына шигебеҙ бар,
шуға ла беҙ, бигерәк тә уның элек сәйәсәт менән шөғөлләнмәүен күҙ уңында
тотоп, бик һаҡ фекер йөрөтәбеҙ. Әгәр ул,
ысынлап та, террористар менән көрәшергә ниәтләһә, беҙ, әлбиттә, уның союздашы
буласаҡбыҙ. Рустар, иранлылар, террористарҙың еңелеүен теләгән башҡа илдәр
менән бергә.”
Әлегә, Асад фекеренсә, Көнбайыш илдәре Сүриә
менән көрәштә “ислам” террористарын файҙалана, ә был моралгә һыймаған нәмә.
Сүриә лидеры быға ҡаршы булған күренеште - Дамаск-Мәскәү мөнәсәбәттәрен миҫал
итеп килтерҙе.
Бәшәр Асад, Сүриә
президенты:
“Рустар үҙ сәйәсәтен рухи ҡиммәттәргә
нигеҙләнеп ҡора. Был ҡиммәттәр- милләттәр суверенитеты, халыҡ-ара хоҡуҡтар,
кешеләргә, мәҙәниәттәргә хөрмәт менән ҡарау. Улар Сүриә һәм Сүриә халҡы
киләсәгенә бер нисек тә ҡыҫылырға тырышмай.”
Асад Рәсәйҙең,
унан алда Советтар Союзының Сүриәне 60 йыл буйы ҡорал менән тәьмин итеүен иҫкә
алды, бындай ярҙам булмаһа, Сүриә һуғыштарҙа еңеү яулай алмаҫ ине.
Комментариев нет:
Отправить комментарий