среда, 16 ноября 2016 г.

Брюсселдә хәрбиҙәр полиция менән бәрелеште.


Шишәмбе Брюссель үҙәгендә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең пенсия йәшен арттырыуға ҡаршы акцияһы полиция менән бәрелешкә барып етте. Манифестанттар, ҡамауҙы йырып, оборона министрлығы бинаһына яҡынлашырға маташҡан саҡта, тәртип һағындағылар һыу атҡыстар һәм йәш ағыҙыусы газ ҡулланды.

Беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл булды был, -ти акцияла ҡатнашыусы.-Бер көн эсендә булған хоҡуҡтарыбыҙҙы тартып алдылар. Беҙ асыулы. Хаҡлы ялға 5-6 йыл ҡалған кешеләр хәҙер йәнә 6 йыл эшләргә тейеш.”

“Хәрбиҙәрҙең эш ташларға хоҡуғы юҡ, шуға күрә асыуыбыҙҙы байрам ваҡытында сығарырға мәжбүрбеҙ,-ти профсоюз вәкиле.-Король байрамы -хәрбиҙәр өсөн символик көн, әммә беҙҙә бөгөн байрам ҡайғыһы юҡ.”

Манифестацияла 8 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты, улар властарҙың 2030 йылға ҡәҙәр хаҡлы ялға сығыу йәшен яйлап 56 йәштән 63-кә ҡәҙәр арттырыуына ҡаршы сыҡты. Пенсия түләүҙәрен ҡайтанан ҡарауға ла улар риза түгел, сөнки үҙгәрештәр үҙҙәре файҙаһына булмаясағына шикләнмәй.

Хәрбиҙәрҙең асыуы ныҡ ҡабарһа ла, етди эш боҙоуҙар булманы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий