среда, 16 ноября 2016 г.

Афина: Обаманың хушлашыу гастроле һәм йәш ағыҙғыс газ.


 Барак Обаманың Афинаға килеүе менән бәйле ҡаршылыҡ акциялары полиция менән бәрелешкә барып етте. Акцияла ҡатнашыусылар Греция парламенты бинаһы һәм Америка илселеге яғына үтергә уҡталғас, тәртип һағындағылар йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Ҡайһы бер манифестанттар полицейскийҙарға яндырғас ҡатнашма һалынған шешәләр ырғытты. Ахыр ҙа тәртип һағындағылар халыҡты яҡын-тирәләге урамдарға ҡыуып таратты.

Васо Влачу, ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы ҡатын:

“АҠШ сәйәсәтен беҙ үлемесле тип иҫәпләйбеҙ. Улар “ғәрәп яҙҙары, һуңғы йылдарҙағы һуғыштар, Сүриәгә интервенция өсөн яуаплы. Улар кешеләр хаҡында түгел, нефть хаҡында ғына уйлай.

Властар Обама визиты ваҡытында ҡаршылыҡ акциялары үткәреүҙе тыйҙы. Әммә бер нисә мең кеше барыбер урамдарға сыҡты. Башлыса улар һул ойошмалар һәм профсоюздар вәкилдәре ине.

АҠШ президенты Афинаға хунтаға ҡаршы 1973 йылғы студенттар восстаниеһы йыллығына бер нисә көн ҡалғас килде, ул саҡта Вашингтон хунтаны яҡлағайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий